Главная > В Башкортостане > Көрәшселәр ҡор йыйҙы

Көрәшселәр ҡор йыйҙы


21-12-2015, 09:05. Разместил: 147258951

Конференцияла федерацияның дүрт йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Федерацияның рәйесе Вәкил Искәндәр улы Ильясов үҙенең отчет сығышында берләшмәнең уңыштары һәм киләсәктә хәл итәһе мәсьәләләре тураһында һөйләп китте.

Конференцияның эшендә Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Мөслимов П.И., Башҡортостан Республикаһының Дәүлтә йыйылышы – ҡоролтайы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ишемғолов Ә.М. һәм башҡалар ҡатнашты.

Әмир Миңлеәхмәт улы үҙенең телмәрендә Милли көрәш һәм билбау менән көрәш федерацияһы менән бергә эшләрбеҙ, һәр яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ, тип әйтеп үтте. Федерация рәйесе Вәкил Искәндәр улына Дәүләт йыйылышы-ҡоролтайҙың Почет грамотаһын тапшырҙы.

Конференцияға йыйылған федерация ағзалары берләшмәнең үткән дүрт йылдағы эшмәкәрлеген хупланы. Вәкил Искәндәр улы Ильясовты бер тауыштан яңы мөҙҙәткә рәйес итеп һайлайны.

Федерация рәйес урынбаҫарҙары итеп федерация ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Вилмир Хәбибрахман улы Аҙнаев, федерация ағзаһы, Стәрлетамаҡ физик культура техникумы директоры Миҙхәт Биктимер улы Мусаҡаев һәм федерация ағзаһы, Өфө ҡалаһының 14-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Роберт Альберт улы Исмәғилев һайланды.

Федерацияның башҡарма директоры вазифаһына федерация ағзаһы Юнир Искәндәр улы Ильясов һайланды.

Шулай уҡ конференцияла ҡатнашыусылар федерация рәйесе исемен донъяла һәм Рәсәйҙәге спорт берекмәрендә киң таралған “Президент” атамаһына үҙгәртергә һәм тиҙ арала федерацияның уставына тейешле үҙгәрештәр индерергә ҡарар итте.

Конференцияның һуңында ҡабул ителгән резолюцияла федерация алдында торған көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекерҙәр яңғыраны: берекмәнең эшен тағы ла әүҙемләштереү, дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләү. Баш ҡалала милли көрәш буйынса балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе асыу.

Ярмуллин А.Ш., Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте .


Вернуться назад