20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » БАШҠОРТ ЯУГИРҘАРЫНЫҢ СИФАТЫ – ӘҘӘПЛЕЛЕК ҺӘМ МӘРХӘМӘТЛЕЛЕК
БАШҠОРТ ЯУГИРҘАРЫНЫҢ СИФАТЫ – ӘҘӘПЛЕЛЕК ҺӘМ МӘРХӘМӘТЛЕЛЕК

1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда үҙҙәрен алдынғы, цивилизациялы халыҡ һынаған француздар мародерлыҡ менән шөғөлләнеүҙе бер ҙә яҙыҡ эш тип һанамаған. Хатта, христиандарҙың изге йорттары - сиркәүҙәрҙе лә ҡыйратып, булған алтын-көмөштәрен алып сығыу улар өсөн бер ни тормаған. Ә башҡорт яугирҙары киреһенсә, үҙҙәрен әҙәпле тотҡан, бигерәк тә, Алла йорто - сиркәү, ҡорамдарҙың әйберҙәрен үҙләштереүҙе ҙур гонаһ һанаған.

Башҡорттар яуҙа француздарҙан тартып алған урыҫ сиркәүҙәренең алтын-көмөш әйберҙәрен һәр ваҡыт сркәүҙәргә кире ҡайтарырға ашҡынып торған. Дәүләт эшмәкәре, тарихсы А.Н.Оленин үҙенең хәтирәләрендә былай тип яҙа: “Генерал Бороздин мне рассказывал, что часто случалось ему видеть башкирца, который к нему на походе принесет целый ком серебра, отбитого у неприятелей, из числа грабленных в церкви образов, и говорит изломанным русским языком: “бачька, серебра, прикажи взять”. – “Как взять? Да оно твое, ты его отбил”, – “Да, бачька, отбил, но оно твой мечет”. – “Что же ты его возьми, оно тебе теперь принадлежит”. – “Нет, бачька, Магомет убьет. Вот, видишь, собак француз умират (по казывая тут же на дороге лежащего и умирающего француза, каковой пример на всяком шагу встречался!), видишь, бачька, он умирает за то, что мечет ваш грабил!”. Шулай итеп, башҡорт яугиры, христиан булмаһа ла, сиркәүҙең байлығына ҡул һуҙыуҙы ҙур гонаһ һанаған. Сөнки башҡорттарҙың әҙәплелеге, иманы көслө булған. Ә француздар өсөн үҙ диндәштәренең сиркәүҙәрен талау ябай күренеш булған.

Рәссам Б. П. Виллевальдиҙың (1819–1903) “1813 йылғы һуғыштан эпизод” исемле һүрәтендә башҡорт яугирының бөтөн асылы, характеры, күңел торошо сағылған. Рассәм үҙенең һүрәтендә башҡорт һәм казакты һынландырған. Улар Европа ҡалаларының береһендә урам буйлап, аттарын етәкләп китеп баралар. Күп балалы фәҡир ҡатынға башҡорт яугиры хәйер биреп тора. Башҡорт яугирҙары һуғыштан файҙаланып мал-мөлкәт йыйыу менән шөғөлләнмәгән, ғөмүмән, башҡорт халҡына ундай һыҙат хас түгел. Виллевальде үҙенең картинаһында башҡорттарҙың матур һыҙаттарының береһе – ихласлыҡ һәм киң күңеллелекте асыҡ сағылдырған. Аяуһыҙ һуғыш, көндә үлем күргән хәлдә лә башҡорт яугирының күңеле ҡырыҫланмаған, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған.

Быны дәлилләүсе тарихи факттар байтаҡ. Мәҫәлән, 1-се Башҡорт полкы яугирҙары француздар тарафынан емерелгән Мәскәүҙәге Дон монастырын тергеҙеүгә 1000 һум аҡса һиҙиә итә. 1813 йылдың 8 сентябрендә 1-се Башҡорт полкы командиры Ҡотлогилде Тимеров атаман М.И. Платовҡа былай тип хат яҙа: “Ваше сиятельство, милостивый государь, граф Матвей Иванович! Уже с давних времен под скипетром августейших российских монархов с любезными своими семействами блаженствуем. Когда вздумали хищные французы напасть на отечество наше, по воле всемилостивейшего нашего государя призваны и мы на помощь для обороны нашей границы под начальством вашего сиятельства. При всем нашем рвении не могли унять сих святотатцев, допустили до Москвы, где ограблены древние чудотворные храмы божии, в чем считаем себя не менее виновными, что не укротили сволочь нечестивую и позволили ограбить святыню. Само провидение наказало извергов за их безчестный и безбожный поступок против святой церкви.

А ныне услышали мы, что герои русские намерены возобновить благолепие Донского монастыря в Москве. Благоволите, ваше сиятельство, и нам удостоится, по возможности наших сил, участвовать в сем богоугодном деле. Мы прилагаем тысячу рублей ассигнациями к определенным даяниям в сие святилище. Хотя мы считаемя иноверцами, но бог у всех народов один!.. Удостоя принять нашу просьбу, по гроб обяжите всех нас”.

Шулай итеп, 1812 йылғы Ватан һуғышы тарихында башҡорттар батыр яугир булып ҡына түгел, ә киң күңелле, изгелекле халыҡ булараҡ та күрһәткән. Башҡорт яугирҙары иман, әҙәп йәһәтенән алдынғы милләт вәкилдәре һаналған француз һалдаттарынан күпкә өҫтөнөрәк булған.

 

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы.

 

Һүрәт: “1813 йылғы һуғыштан эпизод”. Рәссамы Б. П. Виллевальди. XIX быуат.

БАШҠОРТ ЯУГИРҘАРЫНЫҢ СИФАТЫ – ӘҘӘПЛЕЛЕК ҺӘМ МӘРХӘМӘТЛЕЛЕК

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы