20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


ИШЕМБАЙҘА ВӘЛИДИ УҠЫУҘАРЫ ҮТТЕ

 

17 декабрь көнө Ишембай ҡалаһында Ә. Вәлиди исемендәге 2-се һанлы республика башҡорт гимназия-интернатында бәләкәй Вәлиди уҡыуҙары үткәрелде.

Халыҡ-ара телдәр, яҙма әҙәбиәт һәм мәҙәниәткә арналған Республика форумы башҡорт халҡының бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 125 йыл тулыуға һәм ХХ Вәлиди уҡыуҙары сиктәрендә уҙғарылды. Уның эшендә Өфөнән билдәле тарихсы ғалимдар М.М. Ҡолшарипов, М.Н. Фархшатов, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығынан вәкилдәр һ.б. ҡатнашты.

Мәртәбәле форумға республиканың 22 районынан һәм 7 ҡалаһынан 81 уҡыусы йыйылды.      Сара уҡыусыларҙы ғилми-эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү, улырҙы тыуған телгә, тыуған телде һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтеү һәм бөйөк ғалим, тюрколог, йәмғиәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың әҙәби һәм ғилми мираҫын өйрәнеү маҡсатында үткәрелде.                                                       

Форумға килгән ҡунаҡтар Әхмәтзәки Вәлиди Рәсәй федерализмын булдырыуҙағы баһалап бөткөһөҙ ролен, сәйәси һәм ғилми эшмәкәрлеген Рәсәйҙә генә түгел бөтә донъя кимәлендә оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп үтте . Бөгөнгө көндә уның әҙәби һәм ғилми мираҫы әһәмиәтенең юғары булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.

 

Фәйзуллин Ә.Ғ. Ишембай ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Ә.Вәлиди исемендәге 2-се һанлы республика башҡорт гимназия-интернаты директоры.

 

ИШЕМБАЙҘА ВӘЛИДИ УҠЫУҘАРЫ ҮТТЕ
ИШЕМБАЙҘА ВӘЛИДИ УҠЫУҘАРЫ ҮТТЕ

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы