Рәсәйҙә һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән “Әҙәбиәт йылы”нан Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты һәм уның кафедралары ла ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһы профессор, Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты Т.Н. Дорожкина етәкселегендә ноябрь айында донъя һәм рус әҙәбиәтен өйрәнеү проблемаларына арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарҙы.