20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » МАҠСАТ – ДИМСЕЛӘРҘЕ БЕР АССОЦИАЦИЯҒА ТУПЛАУ
МАҠСАТ – ДИМСЕЛӘРҘЕ БЕР АССОЦИАЦИЯҒА ТУПЛАУ

Бөгөнгө көндә үҙ парын таба алмай, өйләнмәй йөрөгән егеттәр һәм кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар күбәйҙе. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, йәштәрҙең тормошо ҡороу йәше лә арта. Хәҙер ҡыҙҙар уртаса 26 йәштән, егеттәр 28 йәштән һуң ғаилә тормошон ҡора, ти статистика. Мәҫәлән, 1989 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостандан ғаилә ҡормаған ир-егеттәрҙең һаны 289 мең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың – 222 меңдән ашыу булһа, 2010 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда никахҡа инмәгән кешеләрҙең 1989 йыл менән сағыштырғанда күпкә артыуы күҙәтелә: ирҙәр – 388 меңдән ашыу, ҡатын-ҡыҙҙар – 314 меңдән артып киткән.

Кейәүгә сыҡмай, өйләнмәй ҡалған егет-ҡыҙҙарҙы таныштырыу эше менән ҡайһы бер әүҙем кешеләр шөғөлләнә. Башҡорт халҡында уларҙы борондан димсе тип атағандар. Хәҙерге заман димселәре төрлө ысулдар менән яңғыҙҙарға тормош иптәштәрен табырға ярҙам итергә тырыша. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүсе димселәр ҙә аҙ түгел. Уларҙың теләге был изге эшкә ижтимағи ойошмалар, хөкүмәт тә һәр яҡлап ярҙам итһен ине.

Ошоно иҫәпкә алып 23 декабрь көнө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында димселәр мәсьәләһе буйынса фекер алышыу ойошторҙо. Осрашыуға ЗАГС вәкилдәре лә саҡырылды. Йәштәрҙе бер-береһе менән таныштырыу өсөн ойошторған “Пар алма” исемле клуб етәксеһе Инвир Хисаметдинов, Өфө ҡалаһының Дим районында яңғыҙҙарға кисәләр үткәреүсе Айгөл Искәндәрова үҙҙәренең эш тәжрибәһе тураһында һөйләп китте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов йәштәр өсөн танышыу-аралашыу саралары ойоштороу, башҡорт туйҙары өсөн сценарий эшләнеүе тураһында һөйләне. Иң мөһиме димселәрҙе берләштергән, уларға яңы мөмкинлектәр асҡан ойошма – ассоциация кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.

Бындай ассоциация барлыҡҡа килһә димселәргә дәүләт учрждениелары менән, шул иҫәптән ЗАГС, Башҡортостандың Мәҙәниәт, Йәштәр һәм спорт министрлыҡтары, ҡала һәм район хакимиәттәре менән үҙ-ара бәйләнеш урынлаштырыуы еңелгә тура килер ине, айырым килешеүҙәр төҙөргә мөмкин булыр ине, тигән фекерҙәр әйтте Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитетының бүлек етәксеһе Александра Евгеньевна Костарева.

Йыйылышта ҡатнашыусылар бер фекерҙән димселәр ассоциацияһы булдырыу идеяһын хупланы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында берекмәне ойоштороу йүнәлешендә әүҙем эшләргә тигән теләк белдерҙе.

 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы