15 декабрь көнө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында милли мәғариф мәсьәләләре буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Йыйылышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ә.М. Ишемғолов, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министры урынбаҫары В.Ф. Вәлиева, Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк хеҙмәттәшлеге һәм дәреслектәр сығарыу бүлеге етәксеһе Ғ.Ғ. Мөхәмәтйәнова, Өфө нефть техник университеты профессоры Л.Ш. Сөләймәнова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы В.И. Хажин һ.б. ҡатнашты.
Йыйылышта Башҡорт теле, Туған тел, Туған әҙәбиәт китаптарын Федераль дәүләт мәғариф стандарттарына яраҡлаштырыу эше, уҡыу әсбаптарында төбәк һәм этномәҙәни компоненты, яңы дәреслектәргә йәмәғәт ҡатнашлығында экспертиза яһау мәсьәләләре ҡаралды. Был йүнәлештә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән бергәләп, кәңәшләшеп эшләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алдылар йыйылышта ҡатнашыусылар.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.