20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ ЯНЫНДАҒЫ ЙӘШТӘР СОВЕТЫ ЙЫЙЫЛЫШЫ ҮТТЕ
БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ ЯНЫНДАҒЫ ЙӘШТӘР СОВЕТЫ ЙЫЙЫЛЫШЫ ҮТТЕ

24 декабрь Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты янында эшләп килгән Йәштәр советы үҙенең йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Башҡортостан Республикаһының Йәштәр советының йыйылышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ә.М. Ишемғолов ҡатнашты. Бында шулай уҡ Йәштәр совет активистарынан тыш “Башҡорт”, Башҡорт йәштәре иттифағынан вәкилдәр килгәйне.

Әмир Миңлеәхмәт улы үҙенең сығышында Ҡоролтай янында башҡорт йәштәренең төплө ойошмаһы эшләргә тейеш һәм ул башҡорт йәштәрен бергә тупларға тейеш, тип әйтеп үтте. Беҙ йәштәргә һәр яҡлап ярҙам итергә, кәрәк булғанда өйрәтергә, дөрөҫ йүнәлеш бирергә һәр ваҡыт әҙербеҙ тине. Йәштәрҙе әүҙемерәк булырға, эмоциялар менән түгел, аҡыл менән эш итергә өндәне. Йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү пландарын менән уртаҡлашып китте. Йәштәр ҡоролтай рәйесенә эшлекле һәм фәһемле һөйләшеү өсөн рәхмәт белдерҙе.

Артабан Йәштәр советы рәйесе Рәмзил Байназаров советтың бер йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһап, йыл дауамында үткәрелгән саралар тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте, киләһе йылға пландарҙы барланы. Йәштәр советының башҡарған эштәре күп. Әле яңыраҡ ҡына, 12 декабрь көнө башҡорт халҡының бөйөк улы Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 125 йыл тулыуға арнап Йәштәр советы волейбол буйынса ярыш үткәрҙе. Арҙаҡлы шәхестең рухын иҫкә алып, ул эшләп киткән элекке “Ғосмания” мәҙрәсәһе (хәҙерге 14-се мәктәп бинаһы) йортондағы таҡтаташҡа сәскә һалдылар. Киләһе йылға ла Йәштәр советының пландары, ниәттәре ҙур.

Йыйылыш һуңында әүҙем йәштәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Йәштәр рәхмәт әйтеп, ҡоролтай Башҡарма комитетына йәштәр мәсьәләһенә иғтибарҙы тағы ла көсәйтеүҙе һораны.

 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы