Главная > В Башкортостане > Башҡорт буҙаһы һатыуға сығарылды

Башҡорт буҙаһы һатыуға сығарылды


28-12-2015, 16:42. Разместил: 147258951

Буҙа Башҡортостанда 2000 йылдар башында сауҙаға сыҡҡайны. Халыҡ был эсемлекте яратып та өлгөргәйне, әммә артабан уны етештереү эше туҡтап ҡалды. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан хөкүмәте республикала етештерелгән продукттарға, милли аҙыҡтарға иғтибарын йүнәлтте. Хәҙер Өфө сауҙа селтәрҙәрендә йыл әйләнәһенә башҡорт ҡымыҙы һатыла. Талҡан күптән инде магазин кәштәрәлендә урын ныҡлы алған. Ә бына һаулыҡ өсөн шифалы, тәмле башҡорт буҙаһы әлегә тиклем күренмәй ине. Бына, ниһайәт, билдәле эшҡыуар, "Буҙа" компанияһы етәксеһе Иршат Мөхәррәм улы Аҫылғужиндың тырышлығы менән шифалы эсемлек яңынан һатыуға сығарылды. Әле сауҙа селтәрҙәре менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, Алла бойорһа, буҙа һәр магазинда һатыуҙа булыр, - ти Иршат Мөхәррәм улы. Эшҡыуарҙың ниәте башҡорт буҙаһын Рәсәй кимәлендәге милли продукт дәрәжәһенә күтәреү. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән берлектә Башҡортостан хөкүмәте ярҙамында буҙаны Рәсәй кимәлендәге милли аҙыҡ итеү программаһын төҙөп, маҡсаттарға ирешеп булыр, теләктә "Буҙа" компанияһы етәксеһе.

 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.

 

Башҡорт буҙаһы һатыуға сығарылды

 


Вернуться назад