20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Башҡорт телендә дини китаптар сығарыу мәсьәләһе ҡаралды
Башҡорт телендә дини китаптар сығарыу мәсьәләһе ҡаралды

Беҙҙең илебеҙҙә дин азатлығы иғлан ителеүгә 25 йыл ваҡыт үтеп, Башҡортостанда бихисап мәсеттәр, мәхәлләләр барлыҡҡа килеүгә ҡарамаҫтан, башҡорт телендә дини китаптар сығарыу мәсьәләһе әле булһа ла тейешенсә кимәлгә ҡуйылмаған. Бөгөнгө көндә был тәңгәлдә берҙән-бер “Дәғүәт” нәшриәте генә әүҙем эшләй. Әммә ул да мөмкинлеге сикле булыу сәбәпле башҡорт дини китаптар сығарыуҙа тулы киңлегенә эшләй алмай.

         Башҡортса дини нәшриәт өлкәһендәге мәсьәләләр буйынса фекер алышыу өсөн 25 декабрь көнө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында йыйылыш булды. Уның эшендә Башҡарма комитет рәйесе Әмир Ишемғолов, Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе урынбаҫары Айнур Арыҫланов, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова, “Дәғүәт” нәшриәте етәксеһе Илшат Хафизов ҡатнашты.

         Ҡоролтайы рәйесе Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов Ислам дине йолалары атҡарған саҡта (исем ҡушыу, никах, ерләү, ҡорбан салыу) халыҡ һәм дин әһелдәре араһында күп кенә һорауҙар, хатта ҡайһы осраҡта бәхәс тә тыуа. Бына ошо йолаларҙы дин йәһәтенән дөрөҫ аңлатып биргән, мәҫәлән “Ислам дине йолалары” исемле башҡортса китап сыҡһа, халыҡҡа ҙур ярҙам булыр ине, тине.

– Дин әһелдәре өсөн Башҡорт дәүләт педагогия университеты эсендә институт асылып, шунда буласаҡ муллалар башҡа студенттар менән бергә уҡып, аралашып, донъяуи фәндәр буйынса белем алһа, уларҙың донъяҡа ҡараштары ла киң булыр ине, тигән фекерҙә ҡоролтай рәйесе.

         Элек ауылдарҙа халыҡты тәрбиә эше менән коммунистар партияһы шөғөлләнһә, СССР тарҡалғандан һуң бушлыҡ барлыҡҡа килде. Шул бушлыҡты сит илдән ингән төрлө тәғлимәттәр тултыра башланы. Бөгөнгө көндә ауыл халҡын рухи тәрбиәләүҙә дин әһелдәренең роле ҙур. Шуға күрә лә дәүләт дин әһелдәренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тейеш. Был ярҙам китап сығарыу мәсьәләһенә лә ҡағыла. Сөнки йәштәргә дөрөҫ дин юлын күрһәтерҙәй башҡорт телендә китаптар кәрәк. Ә уларҙы дәүләт ярҙамынан тыш сығарыу бик ауыр. Был йәһәттән дәүләттең сәйәсәте булырға тейеш, тине “Дәғүәт” нәшриәте етәксеһе Илшат хәҙрәт Хафизов.

         Йыйылышта ҡатнашыусылар башҡорт телендә ислам дине йолалары йыйынтығын сығарыу өсөн махсус эшсе төркөм булдырыу, башҡорт телендә башҡа дини китаптар сығарыу мәсьәләһе буйынса киңәйтелгән составта йыйылып фекер алышыу тураһында ҡарар иттеләр.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.

 

Башҡорт телендә дини китаптар сығарыу мәсьәләһе ҡаралды
Башҡорт телендә дини китаптар сығарыу мәсьәләһе ҡаралды

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы