Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында ижади бәйгеләрҙә еңеүсе киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Журналистар сифат, хәйриә эшмәкәрлеге, сәләмәт тормош, дәүләт телдәре, иҡтисад, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләге темаларҙы яҡтыртыу буйынса номинацияларҙа билдәләнде.