20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Январь 2016    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » АУЫЛДАРҘЫҢ КИЛӘСӘГЕ ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА
АУЫЛДАРҘЫҢ КИЛӘСӘГЕ ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА

Ауыл - милләт бишеге. Булып үткән IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында ла был темаға айырым иғтибар бирелде, фекер алышыуҙар ойошторолдо. Ҡайһы бер делегаттарға бөгөн башҡорт ауылдарының ниндәй хәлдә булыуы, унда йәшәүселәрҙе ниндәй мәсьәләләр борсоуы тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

 

Марат КАМАЛОВ, Силәбе өлкәһе Арғаяш районы: Бөгөн беҙҙең өлкәләге ауылдарҙың хәле тотош Рәсәйҙәге хәлдән бер яғы менән дә айырылмай. Шулай ҙа мин, беҙ яҡшы йәшәйбеҙ, тип әйтә алам. Колхоз-совхоздар тарҡалғанға ла байтаҡ ваҡыт үтте, әммә бер кем дә эшһеҙ ултырмай. Заманға яраҡлаштыҡ, тиергә булыр ине. Силәбе ҡалаһына йөрөп эшләүселәр бар, шулай уҡ ауыл хужалығын тергеҙеп, фермер хужалыҡтары төҙөүселәр ҙә йылдан-йыл арта ғына. Шәхси ихата хужалыҡтары популярлыҡ яулай. Һыйыр малы, йылҡы, һарыҡ-кәзә, ҡош-ҡортто күпләп аҫрайҙар. Бер кем дә зарланып та ултырмай, балалар ҙа үҫтерәләр, уларға мотлаҡ белем бирергә тырышалар. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ төрҙәренә килгәндә, улар араһында сауҙа өлкәһе өҫтөнлөк итә. Ауылдарында аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәкле тауарҙар магазиндары асалар. Шулай ҙа был йәһәттән үҙгәрештәр булыр, милләттәштәр башҡа йүнәлештәрҙе лә үҙләштерер, тип ышанам.
Әлбиттә, барыһы ла һәйбәт, тип әйтеүе генә еңел. Минең йөрәгем әрнегән проблемалар бар. Мәҫәлән, йәштәр ситкә китә. Китмәҫ ине, күңелдәренә ятҡан эш юҡ. Хәҙер йәштәр белемле, уҡыған кешенең һәйбәт кенә урында эшләгеһе, ҡалала йәшәгеһе киләлер инде. Ауыл хужалығы йәштәрһеҙ ҡала, шуныһы үкенес.
Тағы ла йәш ғаиләләргә бер мөрәжәғәтем бар - балалары менән башҡортса һөйләшеп, улар өсөн үҙ милли мөхитен булдырырға тырышһындар ине. Йәш саҡта балаңдың туған телендә һөйләшеүенә әһәмиәт бирмәһәң, өлкәнәйгәс, был турала уйларға һуң була. Һәр ғаилә халҡы алдындағы ошо төп бурысын үтәүгә яуаплы ҡараһын ине. Теле булғандың ғына ере була, ул ошо ерҙең хужаһы икәнен аңлай.

Сабир КӨҪӘПҠОЛОВ, Бөрйән районы: Башлыса башҡорттар ғына йәшәгән Бөрйән төбәгенән килгәнмен һәм минең бөгөнгө көндә халҡыбыҙ өсөн, һәр хәлдә, мин йәшәгән районда иң көнүҙәк проблема - ул тел һәм демография, тиһәм, күптәр аптырар инде. Сөнки беҙ, Монасип ауылы халҡы, республикала тәүгеләрҙән булып дәррәү генә пай ерҙәрен хосусилаштырҙыҡ. Судҡа мөрәжәғәт итһәк, иттек, ғауға күтәрһәк, күтәрҙек, әммә үҙ хоҡуғыбыҙҙы яулап алдыҡ. Беҙҙең районда иген үҫтереү өсөн шарттар юҡ, пай ерҙәре лә бының өсөн ҡулайлы урында түгел. Уларҙы беҙ бесәнлек итеп тотабыҙ. Ауылдың эргәһендә генә урынлашҡан ергә барып, артыҡ сығым түкмәй генә сабып алабыҙ унда үҫкән үләнде. Хәҙер кешенең үҙенең ере булғас, күпләп мал көтөргә тырыша. Тик бына тир түгеп үҫтергән малды һатыуы ғына ҡыйын. Ауыл кешеһенә малды күпләп тотоуға ҡайһы бер закондар ҙа аяҡ сала. Мәҫәлән, быйылғы йылдан баҙарға сыҡҡан ит махсус тәғәйенләнгән урында һуйылырға тейеш, тигәне лә ауыл халҡын аптыратты. Тик һәр ҡанунды урап үтеү өсөн юлдар була. Бөрйәндән, ит һатам, тип ситкә сығып йөрөүе былай ҙа уңайлы түгел ине. Хәҙер халыҡ осһоҙораҡ булһа ла, күрше Татарстандан килгән кешеләргә малын бирә лә ебәрә.
Ауыл кешеһе былай ҙа ит-һөт һатып ҡына артыҡ ҙур аҡса эшләй алмай. Шуға балаларҙы ҡарау, уҡытыу өсөн ҡулға төшкән әҙ генә аҡсаға ла риза улар. Өфөлә, башҡа ҡалаларҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре үтеүе яҡшы ул, тик бының менән генә проблеманы хәл итеп булмай. Йәрминкәләрҙәге урындарҙың яҡынса 30 проценты буш тора, тип яҙа гәзиттәр. Сөнки йыраҡ райондарға баш ҡалаға килеп йөрөүе уңайлы түгел. Элегерәк Өфөнөң ит комбинаты килә лә, итте арыу ғына хаҡҡа һатып ала торғайны. Бөгөн быны эшләүе мөмкин түгелме икән? Мәҫәлән, ауыл биләмәһе башлығы кемдә күпме һата торған мал барлығын иҫәпләп, уларға хәбәр итһә, кешегә ниндәй ҙур ярҙам булыр ине.
Шулай ҙа беҙ матди байлыҡҡа йәбешеп ятҡан халыҡ түгел, был проблемалар хәл ителер ул. Бына йәштәрҙең ситкә китеүе, уларҙың балаларының туған телен онотоуы ҙур бәлә. Бынан өс йыл элек район мәктәптәрендә башҡорт теле сит тел кимәлендә генә тороп ҡалғайны, бер аҙ шаулап, кире башҡортса уҡытыуға күсереүгә өлгәшә алдыҡ. Бөгөнгө көндә район үҙәгендә генә был хәл күҙәтелә, киләсәктә уны төҙәтәсәкбеҙ, тип хужалар вәғәҙә бирә биреүгә. Бына мин 10-сы класты тамамлағансы алгебраны ла, химияны ла, башҡа фәндәрҙе лә башҡортса уҡыным, был миңә юғары белем алырға ҡамасауламаны. Аҡылың булмаһа, ҡытайса уҡыһаң да, бер нәмә лә инмәҫ башыңа. Ә туған тел, киреһенсә, кешенең аңын, зиһенен үҫтереүсе булып тора. Халыҡты бит тел билдәләй, шуны гел иҫтә тотайыҡ.

 

"Киске Өфө" гәзите. http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=2820

 

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы