20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Январь 2016    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » ИЖАДИ БӘЙГЕЛӘРҘӘ ЕҢЕҮСЕ ЖУРНАЛИСТАР БҮЛӘКЛӘНДЕ
ИЖАДИ БӘЙГЕЛӘРҘӘ ЕҢЕҮСЕ ЖУРНАЛИСТАР БҮЛӘКЛӘНДЕ

Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында ижади бәйгеләрҙә еңеүсе киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Журналистар сифат, хәйриә эшмәкәрлеге, сәләмәт тормош, дәүләт телдәре, иҡтисад, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләге темаларҙы яҡтыртыу буйынса номинацияларҙа билдәләнде.

 

Бөйөк еңеүҙең 70 йыллығын яҡтыртыуҙа еңеүселәр тип республика гәзит-журналдары араһында "Башҡортостан" гәзите, район баҫмалары араһында - "Әбйәлил" гәзите, ә электрон мәғлүмәт саралары араһында - Башҡорт юлдаш телевидение билдәләнде.

Дәүләт телдәре мәсьәләләрен яҡтыртыу мәсьәләһендә иң яҡшылар тип "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы, "Туймазинский вестник" гәзите һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Учу башкирский язык" проекты табылды. Ә "Башҡортостан" һәм "Киске Өфө" гәзиттәренең сайттары башҡорт телендәге иң яҡшы сайттар, тип танылды. Еңеүселәр дипломдар менән бүләкләнде.

Рәсәй журналистар көнөнә бағышланған сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов та ҡатнашты. Ул республика журналистарын һөнәри байрамдары менән тәбрикләне. Әмир Миңлеәхмәт улы "Киске Өфө" гәзитенә ҡоролтайҙың махсус бүләген тапшырҙы.

 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.

 

ИЖАДИ БӘЙГЕЛӘРҘӘ ЕҢЕҮСЕ ЖУРНАЛИСТАР БҮЛӘКЛӘНДЕ

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы