20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Январь 2016    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » КҮРЕНЕКЛЕ ДӘҮЛӘТ ЭШМӘКӘРЕ ХАРИС ЙОМАҒОЛОВТЫҢ ТЫУЫУЫНА 125 ЙЫЛ
КҮРЕНЕКЛЕ ДӘҮЛӘТ ЭШМӘКӘРЕ ХАРИС ЙОМАҒОЛОВТЫҢ ТЫУЫУЫНА 125 ЙЫЛ

Харис Йомағол улы Йомағолов – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, дәүләт эшмәкәре. 1891 йылдың 3 ғинуарында Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуған. Реаль училищеның 7 синыфын тамалай. 1914 йылда Мәскәү ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Әммә 1917 йылдың ғинуарында хәрби хеҙмәткә алына. Мәскәү прапорщиктар мәктәбен тамалай. Полуротный командир булып хеҙмәт итә, йәғни ярты рота менән командалыҡ итә. 1917 йылғы Февраль револцияһынан һуң, Х. Йомағолов большевиктар партияһына инә, революцион хәрәкәткә ылығып китә.

            1917 йылдың йәйендә Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. 1917 йылдың 20–27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡоролтайында Харис Йомағолов Башҡорт үҙәк шураһы башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана. “Йомағолов – Кәмәлек башҡорттарынан. Бик ҡыҙыу егет ине. Ағаһы Йыһангир Йомағолов менән бергә Башҡортостан автономия хәрәкәтен башынан алып ҙур теләк менән яҡлап сығыусы менәүәрҙәр иҫәбенән булды. Беҙ башҡорт һәм татарҙарҙың әҙәби теле бер булыуын хәстәрләп, нәшриәтебеҙҙе уртаҡ телдә сығарған саҡта Харис Йомағолов башҡорт әҙәби телгә әүерелдереү фекерендә булды. 1917 йылда Беренсе башҡорт ҡоролтайы көндәрендә Ырымбурҙа ойошторолған демонстрацияларға Йомағол арҡадаштары менән ҡулдарына башҡортса яҙылған байраҡтар тотоп уртаға сыҡты”, – яҙа үҙенең хәтирәләрендә Зәки Вәлиди.

1917 йылдың көҙөндә Х. Йомағолов Һамар губернаһы башҡорттары исеменән Ойоштороу йыйылышына (Учредительное Собрание) депутатлыҡҡа кандадат итеп күрһәтелә. 1917 йылдың 8–20 декабрендә үткән III Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында Х. Йомағолов Башҡортостан автономияһының Кесе ҡоролтайы (предпарламент) составына индерелә.

            1918 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғандан һуң, советтар яғында хеҙмәт итә. Мосолман коммунистарының үҙәк бюроһы ағзаһы, Эске Рәсәй мосолмандары комиссары урынбаҫары, Ҡаҙанда хәрби комиссар вазифаһын үтәй. 1919 йылдың башында Х. Йомағолов Мәскәүҙә Үҙәк мосолман комиссариаты комиссары Мирсәйет Солтанғәлиевтың урынбаҫары булып эшләй.

            1919 февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡҡандан һуң, Сталин Йомағоловты ВЦИК вәкиле сифатында Башҡортостан автономияһының революцион хөкүмәте – Башревкомға ебәрә. 1919 йылдың майынан Х. Йомағолов Башревкомды етәкләй.

            1919 йылдың авгусында Башревком Башҡортостанға ҡайтып төшә. Республикалағы власты үҙ ҡулына алыуы тураһында фарман сығара. Әммә Өфө һәм Ырымбур губернаһы большевиктары башҡорт территорияһында үҙ хакимиәтен алырға бер ҙә ашыҡмай. Шуға ҡарамаҫтан, ҙур ҡыйынлыҡтар менән, Башревком территориаль автономияны тормошҡа ашырыу эшенә тотона. Икенсенән, Үҙәктән ебәрелгән большевиктар республиканың өлкә партияһында тупланып, Башревкомға ҡаршы һәр яҡлап эш итә. 1920 йылдың ғинуарында Башревком менән автономияға ҡаршы коммунистар араһында мөнәсәбәт үтә ҡырҡыулаша. 12 ғинуар Башобком Башревкомдың һорап тормайынса БашЧК рәйесе С. Мырҙабулатов урынына А. Измайловты тәғәйенләй. Быға яуап итеп Башревком рәйесе Йомағолов бойороғо буйынса 15-нән 16-һына ҡарай төндө фетнә ҡороп йөрөгән БашЧК коллегияһы ағзалары Ғ. Шәмиғолов, С. Мостафин, Ж. Муценек һәм А. Измайловты ҡулға алына. Был эшкә тиҙ арала Үҙәк власть ҡыҫыла.

            Килеп сыҡҡан хәлгә аңлатма биреү талабы менән Харис Йомағоловты Мәскәүгә саҡыртып алалар. 1920 йылдың 17 майындағы декреты менән Үҙәк Совет власы Башҡортостандың автономия хоҡуҡтарын ҡырҡа сикләй. Башревком ағзалары быға протест белдереп, Башҡортостандан сығып китә. Улар Зәки Вәлиди кәңәше буйынса Төркөстанға юллана.   

            Харис Йомағолов та Зәки Вәлиди янына китә. “Баҡы съезы, Мәскәүҙә ҡабул ителгән ҡарарҙарыбыҙҙы яңынан төрлө яҡлап тикшергәндән һуң, беҙгә Бохарала урынлашыу хаҡында практик саралар билдәләргә мөмкинлек бирҙе. Мине Әстерханда ҡаршылаясаҡ арҡадаштарым Харис Йомағолов, ҡайнағам Талха Рәсүлев менән бергә Гурьве– Үстйорт аша Харәзмға китәсәкбеҙ. Съезд тамамланыр-тамамланмаҫтан юлға сыҡтым”, – тип яҙа Вәлиди.

            Әммә Төркөстандағы көрәш уңышһыҙлыҡҡа осрағас, Х. Йомағолов Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итә. “Ил һәм иман өсөн көрәш ауырлыҡтарын күтәрә алмаясағы хаҡындағы һүҙҙәре мине унан һыуындырманы. Һуңыраҡ ул Советттар яғына күсте, ғәфү ителеп, яңынан партия сафына алынды, аҙаҡ партиянан йәнә сығарғандар, тип һөйләнеләр”, – тип яҙа Вәлиди.

            1921 йылда Х. Йомағолов аслыҡ ҡаршы көрәш буйынса БашЦИК-тың уполноченные вазифаһын башҡара. 1922 йылдан ВЦИК Президиумы янындағы Башҡортостан вәкиллегендә эшләй. 1926 йылда БашЦИК рәйесе Хафиз Ҡушаев тәҡдиме менән Йомағоловты Башҡоростандың Мәскәүҙәге сауҙа вәкиллегенә эшкә алалар. Бында ул экономист-консультант вазифаһын башҡара. 30-сы йылдарҙа Х. Йомағолов СССР-ҙың игенселек һәм малсылыҡ совхоздар комиссариатында Көнбайыш Себерҙең һөт-ит етештереүсе совхоздары Идаралығының иҫәп һәм статиска бүлеге начальнигы булып эшләй. 1935 йылда уны тағы партиянан сығаралар. Ә инде 1937 йылдың 27 июлендә, советтарға ҡаршы милләтселек эшмәкәрлеге алып барыуҙа ғәйепләп, төрмәгә ябып ҡуялар. СССР Юғары Советының Хәрби коллегияһы ҡарары буйынса 1937 йылдың 2 ноябрендә Харис Йомағол улы Йомағолов атыла. 1956 йылдың 10 октябрендә реабилитацияланған.

 

Ярмуллин А.Ш.

 

КҮРЕНЕКЛЕ ДӘҮЛӘТ ЭШМӘКӘРЕ ХАРИС ЙОМАҒОЛОВТЫҢ ТЫУЫУЫНА 125 ЙЫЛ

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы