20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Январь 2016    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Кикбоксинг буйынса донъя чемпионы Хәбир Сөләймәнов Голливудта фильм төшөрөргә ниәтләй
Кикбоксинг буйынса донъя чемпионы Хәбир Сөләймәнов Голливудта фильм төшөрөргә ниәтләй

Билдәле спортсы, кикбоксинг буйынса донъя чемпионы, Аргаяш егете Хәбир Сөләймәнов былтыр “Башгиз Хан” исемле китабын сығарғайны. Быйыл ошо китап нигеҙендә киносценарий яҙып, Голливудта фильм төшөрөргә тигән ниәт менән йөрөй. Спортсының маҡсаты фильм аша милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың образы сағылдырып, башҡорт халҡын донъяға танытыу.

Хәбир Сөләймәнов был фильмды төшөрөү өсөн 60 процент самаһы аҡса ла, Голливудтан режиссер ҙа йәлеп иткән. Был фильмды төшөрөүҙә Башҡортостан да ярҙам итһә ине, тигән теләктә.

Ошо айҡанлы 13 ғинуар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында Хәбир Сөләймәновтың үҙе һәм республкиканың мәҙәниәт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында фекер алышыу ойошторолдо.

Йыйылышта ҡоролтай рәйесе Ә.М. Ишемғолов, Башҡоростан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р. Алтынбаев, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма теары художество етәксеһе О.З.Ханов, “Башҡортостан” киностудияһы директоры А.Ш. Хужәхмәтов, яҙыусы, ғалим, профессор Р.З. Шәкүр, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһынан сценарист С.Р. Сурина, “Башҡортостан” киностудияһы режиссерҙары А. Асҡров, Л. Ризуанова һәм башҡалар ҡатнашты.

Йыйылышта ҡатнашыусылар Хәбир Сөләймәновтың ниәтен бер тауыштан хупланылар. Әммә фильдың сценарийына ҡарата күп кенә һорауҙар булды. Һәр сығыш яһаусылар сценарийҙың тейешле кимәлдә эшләнеп бөтмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Ҡоролтай рәйесе Ә.М.Ишемғолов сценарийҙы республиканың сәнғәт эшмәкәрҙәре, сценаристар, ғалим-тарихсылар ҡатнашлығында тикшереп, тейешле кимәлгә еткерергә тигән, тәҡдим индерҙе.

Уның фекеренсә, Башҡортостан етәкселегенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итер алдынан был сценарий буйынса кино төшөрөү мәсьәләһен Башҡортостан Республикаһың мәҙәниәт министрлығы янындағы Кино буйынса художество-эксперт советы хәл итергә тейеш.

Үҙ сиратында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты был проектҡа һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер тине, Әмир Миңлеәхмәт улы.

 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы