Главная > В Башкортостане > Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика һәм төбәк-ара олимпиадаһына йомғаҡ яһалды

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика һәм төбәк-ара олимпиадаһына йомғаҡ яһалды


14-01-2016, 08:23. Разместил: 147258951

13 ғинуар көнө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ә.М. Ишемғолов Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы уҙғарған Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика һәм төбәк-ара олимпиадаһының йомғаҡлау тантанаһында ҡатнашты.

Олимпиадала 300-ҙән артыҡ уҡыусы ҡатнашты, шул иҫәптән Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләре мәктәптәренән 13 уҡыусы.

Ә.М.Ишемғолов күрше өлкәләрҙән килгән балаларға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Төбәк-ара олимпиаданың еңеүселәре: Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе урта мәктәбе уҡыусыһы Һөйөндөкова Айгөл, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Яратҡол урта мәктәбе уҡыусыһы Арсланова Диана, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Ҡорман мәктәбе уҡыусыһы Сәйфетдинова Элзидә Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

 

Күзбәкова Р.А. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.


Вернуться назад