20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Январь 2016    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


ҠОРОЛТАЙ ЗЫҢҒЫРЫ

Бөрйәндәр өсөн...

аҡса эшләүҙең яңы юлы

 

Ҡоролтайҙа ҡатнашыуымдың маҡсаты – туризм өлкәһендәге мәсьәләләр буйынса, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә аяҡ салған ҡайһы бер ҡытыршылыҡтарҙы хәл итеү юлдары тураһында фекерҙәр ишетергә теләү ине, - ти Бөрйән муниципаль район хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов.

 

Беҙҙең районда 400-ҙән артыҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуар иҫәпләнә. Республика бюждетынан уларға быйыл 3,5-4 млн күләмендә ярҙам алдыҡ, район иҫәбенән дә 500-600-700 мең тирәһе аҡса бүлергә тырышабыҙ. Шулай уҡ ҡайтарылмай торған субсидиялар, махсус программалар менән дә файҙалана халыҡ. Шулай ҙа үҙ эшен асыу өсөн һәр эшҡыуарға ер биләмәһе кәрәк һәм ул биләмәне алыу өсөн ҡатмарлы юлдар үтергә тура килә уға. Белеүегеҙсә, Бөрйән районының 96-98 процентын урман биләй һәм ул урман федераль ерҙәр булып иҫәпләнә. Район халҡы аҫаба ерҙәренең 7 проценты менән генә ҡуллана ала. Бөрйән – ул бөтә Рәсәйҙә ике федераль ҡурсаулығы булған берҙән-бер район, улар ерҙәребеҙҙең 42 процентын тәшкил итә. Беҙҙә халыҡ эшҡыуарлыҡтың, туризм өлкәһендә эшләүҙең асылын яңы аңлай ғына башланы. Ерле халыҡ туристар иҫәбенә аҡса эшләп ҡалыу яйын ҡарай. Был шөғөл менән ауыл халҡы ғаиләһен туйҙыра ала, йәғни, балын, итен, ҡул эштәрен, аш-һыуын һатып, килем ала ала икән – был үҙе үк алға алып барыусы бер аҙым. Юғиһә, беҙҙең халыҡ сауҙаға яраҡлашмаған, тип ҡул ҡаушырып тик ултырабыҙ. Яйлап яраҡлаша, өйрәнә Бөрйән халҡы яңы кәсепкә. Тик бына үҙ эшен асырға теләгәндәр нимәлер төҙөү өсөн ер һорап килә, ә ул ерҙе алыу мөмкинлеге юҡ иҫәбендә. Был халыҡта етәкселеккә ҡарата кире мөнәсәбәт уята.

Әлеге Ҡоролтай йыйынының комиссия ултырышында төбәктә туризмды үҫтереү буйынса арыу ғына һөйләшеү булды. Ғөмүмән, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан ошо ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырыуҙа йоғонтоло ярҙам көтәбеҙ.

Ҡоролтай барышында ҡайһы бер бәхәсле темаларҙа бер-береңә ғәйеп ташлау кеүек кире күренештәр күҙәтелеүе бер аҙ кәйефте ҡырҙы. Кемдәндер нимәлер талап итеү, “Һеҙ шуны эшләмәгәнһегеҙ”, тип, дәғүә белдерер алдынан, үҙ-үҙеңә: “Мин үҙем нимәләр эшләнем һуң?”– тигән һорауҙы бирергә кәрәктер ул. Һәр беребеҙ үҙ урынында халҡыбыҙ, республикабыҙ өсөн ҡулынан килгән ғәмәлдәр башҡарһа, һис һүҙһеҙ, алға китеш буласаҡ.

 

“Киске Өфө” гәзите. http://kiskeufa.ru/

 

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы