20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Январь 2016    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Ҡыш бабай Торатауға тағы килерме?

2016 йылдың тәүге көндәре ҡала һәм район халҡына онотолмаҫлыҡ ваҡиға менән бүләк итте: Торатау итәгендә балаларҙың да, ололарҙың да Яңы йыл байрамының иң яратҡан персонажы – Ҡыш бабай тирмәһе урынлашты.

 

Башҡорт Ҡыш бабайының тирмәһе беҙҙең районда ҡороласағы тураһындағы ҡарар былтыр ноябрь аҙағында билдәле булды. Ә декабрь айының тәүге көндәрендә Урман-Бишҡаҙаҡ ауылының тирә-яғында транспорт хәрәкәте йәнләнде: Торатау буйына көн һайын ҡала предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, килде, боҙ һәм ҡар тейәлгән йөк машиналары бер-бер артлы тауға табан юлланды. Әйтергә кәрәк, ҡаласыҡты төҙөү еңел генә бирелмәне: ҡар аҙ булыу сәбәпле боҙ һындарын, тауҙар яһау ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Шул уҡ ваҡытта Ишембайҙа йәнә өс Яңы йыл ҡаласығын төҙөү эштәре лә алып барылды.

– Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә юғары сифатлы боҙ ҡаласығын, әкиәт илен булдырғандары өсөн Ишембай ҡалаһының предприятиелары етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерәм, – ти муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс һорауҙар буйынса беренсе урынбаҫары Мансур Ҡунаҡов. – Был, иң беренсе сиратта, “Башкирэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Ишембай электр селтәрҙәре” производство бүлексәһе, “Ишембай электр селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы, “Район-ара коммуналь һыу каналы”, Ишембай районы йылылыҡ селтәрҙәре, “Инман” акционерҙар йәмғиәте, “Асфальт-бетон заводы” һәм “Ишембай берҙәм заказсы дирекцияһы” муниципаль унитар предприятиелары, барлыҡ идаралыҡ компаниялары.

Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, каникулдарҙың туғыҙ көнө эсендә Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһендәге тамашаға яҡынса 15 мең билет һатылған. Алынған килем боҙ ҡаласығын төҙөү, шыршы ҡуйыу, шыршы биҙәүестәре һәм гирлянда, балаларға бүләктәр, электр менән тәьмин итеү, яҡтыртыу, һаҡсылар хеҙмәте, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу һәм майҙанды тәртиптә тотоу, шулай уҡ театрлаштырылған тамашаны ойоштороуға киткән сығымдарҙы ҡаплатыуға йүнәлтелгән.

 

Тамашалар – көнөнә дүрт тапҡыр

2 ғинуарҙан Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһендә 80-гә яҡын мәҙәниәт учреждениелары, мәғариф бүлеге һәм йәштәр эштәре буйынса комитет хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында театрлаштырылған тамашалар барҙы.

– Буран, һыуыҡ тип тормай артистарыбыҙ көнөнә дүрт тапҡыр тамашасылар алдында сығыш яһаны. Балалар байрам күрергә килгән бит, беҙ уларҙың һәр береһенә шатлыҡлы тәьҫораттар бүләк итергә тырыштыҡ, – ти муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Алис Абдуллин. – Сәхнәләштереүҙәрҙә утлы аждаһа ла, ҡыҙыҡлы ҡар бабайҙар ҙа, яуыз көстәр менән көрәшеүсе Ишем батыр ҙа ҡатнашты. Әлбиттә, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһен күреү мөмкинлеген дә ҡулдан ысҡындырманы. Кескәйҙәр шиғырҙар һөйләп, Ҡыш бабайҙан һәм Ҡарһылыуҙан бүләктәр алды.

 

Уйын-көлкө лә, сувенирҙар ҙа булды

Торатау итәгенә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән дә килде ҡунаҡтар. Ишембайҙар өсөн улар менән осрашыуҙар ҙа, театрлаштырылған тамашалар ҙа, тауҙан тюбингта шыуыу, сана һәм ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөү, лазерлы пейнтбол уйнау ҙа мауыҡтырғыс булды. Ошонда уҡ теҙелеп киткән кафелар ҙа, сувенир һәм халыҡ кәсептәре әйберҙәрен һатыу нөктәләре лә гөрләп торҙо. Әйткәндәй, үҙ тауарҙарын һатыуҙа ишембайҙарҙан тыш башҡа ҡала һәм райондар эшҡыуарҙары ла ҙур теләк менән ҡатнашты.

– 10 ғинуарҙа Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһе үҙ эшен туҡтатып, театрлаштырылған тамашалар уҙғарылмаһа ла, күпселек халыҡ шыршыны һәм боҙ һындарын ғинуар аҙағына тиклем булһа ла алмай тороуҙы һорап мөрәжәғәт итте, – ти район хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары, хеҙмәттәр һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге начальнигы Илдар Хәсәнов. – Каникулдар ваҡытында барыһының да Торатау буйына килеү мөмкинселеге булманы, шуға ла ҡунаҡтар ағымы әле лә юғары булып ҡала.

 

“Һеҙҙең төбәк туристарҙа ҡыҙыҡһыныу уята”

Башҡортостан Республикаһының экскурсоводтар гильдияһы рәйесе Марина Игнатьева һигеҙ көн дауамында Өфө һәм республиканың башҡа ҡала-райондары ҡунаҡтары менән бергә Торатау буйына килә.

– Башҡорт нефтен тәүләп асыусы, уникаль тау, бик матур тыуған яҡты өйрәнеү музейы – быларҙың барыһы ла республика һәм илдең башҡа төбәктәре халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, – ти ул. – Шуныһы ла мөһим, һеҙҙең төбәк ҡыш көнө генә түгел, йәйен дә бик матур. Әммә туристар бизнесын үҫтереү өсөн һеҙгә улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға, туристарҙың ял итеү мөмкинлеген төрлөләндерергә кәрәк. Ишембайҙар был бурыстарҙы еңел башҡарып сығыр һәм Юрматы ере меңәрләгән туристарҙың яратҡан урынына әүерелер, тип уйлайым.

 

Наил РӘЖӘПОВ, Стәрлетамаҡ районы.

 

Ҡыш бабай Торатауға тағы килерме?

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы