20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Январь 2016    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » “Кешеләрҙе ҡотҡарырға кәрәк ине…”
“Кешеләрҙе ҡотҡарырға кәрәк ине…”

Яңы йылдың тәүге көндәре Ырымбур далаларында ҡаты һыуыҡтар, көслө ел, күҙ асҡыһыҙ ҡар-бурандар ҡотороуы менән башланып китте. 3 ғинуар кисе Ырымбур-Орск трассаһының 207-се километрында 40-ҡа яҡын автомобиль, кешеләре менән бергә, ҡар тотҡонлоғона эләккәйне. 15 сәғәт дауамына һуҙылған ҡотҡарыу операцияһы һөҙөмтәһендә ғәҙәттән тыш хәл зонаһынан 84 кеше алып сығыла, шуларҙың ун дүрте дауаханаға эләгеп, әлеге көндә табиптар ҡарауында. 31 йәшлек Эдуард Зиннуров ошо фажиғәлә һәләк булды.

Ҡотҡарыусылар араһында Медногорск ҡалаһынан башҡорт егете, полиция өлкән сержанты Данил Мәҡсүтов була. Ул хәҙер Ырымбур ҡалаһының 4-се дауаханаһында. Беҙ уның менән дауахана палатаһында осраштыҡ.

Оло йөрәкле егет ошо хәйерһеҙ трассала үлем ҡурҡынысы янаған кешеләрҙе ҡотҡарған ваҡытта һул ҡулының бармаҡтарын туңдырған. Уға үҙенең бушлатын һәм бүреген ныҡ өшөгән ҡыҙға, бейәләйҙәрен ҡулдары туңа башлаған егеткә бирергә тура килә. Бер аяҡ кейемен юғалтып, носкиҙа ҡалған егетте лә алып сығып өлгөрә. Хәҙер улар бөтәһе лә бер дауаханала ята.

– 2 ғинуар көнө мин дежурҙа инем, трассала ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр килгәс, беҙҙе ҡотҡарыусыларҙың вахта “Камаз”ын оҙатып барырға ебәрҙеләр, – тип һөйләне Данил. – Ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашыу патруль-һаҡ хеҙмәткәре вазифаһына инмәй. Тик был осраҡта ярҙамға мохтаж кешеләрҙе кемдәрҙер ҡотҡарырға тейеш, тип ситтән ҡарап тороу мөмкин түгел ине. Бәләгә тарығандар янына “вахта” йөк машинаһы барып етә алманы. Ҡар һалып киткән юлдың хужалары ташлап киткән машиналар менән тулы булыуы эште тағы ла ауырайта төштө. Шуға ла беҙ, йәйәү барып, кешеләрҙе сылбырға теҙеп алып сығырға хәл иттек. Трассала бер нәмә күренмәүенә, күҙҙәргә, биткә ҡар боҙ булып йәбешеүенә ҡарамаҫтан, бер-беребеҙгә тотоноп, “Камаз” яғына атларға тырыштыҡ. Бер мәл алда барған “сылбыр”ҙан өҙөлөп ҡалдыҡ һәм аҡ ҡар араһында буталып, юғалып торҙоҡ. Шулай ҙа беҙ автомобилдәр янына сығып еттек. “Тойота”ла ике балалы ғаилә ултыра ине. Ҡарға күмелгән ошо автомобилде көрәк менән ҡаҙып сығарған ваҡытта ҡулдар ныҡ өшөгән. Унда үҙең тураһында уйларға ваҡыт юҡ, кешеләрҙе ҡотҡарырға кәрәк ине, – ти Данил.

Ҡотолоу бик яҡын тойолһа ла, машина эсендә оҙаҡ ултырырға тура килә уларға. Автомобиль йылы түгел, эсенә ҡар өрөп, салонда тыштан саҡ ҡына йылыраҡ була. Данил еңел курткала, өшөгән бармаҡтары менән өҙлөкһөҙ мобиль телефонда номерҙар йыя… Тик "вахта" машинаһы бер төркөм кешеләрҙе ҡалаға алып киткән була. Ә вездеходҡа ҙур өмөттәр менән ҡараһалар ҙа, техниканың антеннаһы өҙөлөп, бәйләнешкә инеп булмай.

– Беҙҙең Медногорск - бәләкәй генә ҡала. Данил Мәҡсүтовты унда белмәгән кеше һирәктер. Ул намыҫлы, ипле, ябай егет. Беҙгә эшкә 2012 йылда армия хеҙмәтенән һуң килде. Улан-Удэла 11-се айырым гвардия десант-штурм бригадаһында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡайны. Ауыр атлетика менән шөғөлләнә. Өлкәлә үткән ярыштарҙа еңеү яулаған саҡтары ла етерлек. Уның ғаиләһен дә мин күптән беләм: әсәһе - мәктәптә уҡытыусы, атаһы баҡыр-көкөрт комбинатында эшләй, – тип һөйләй Медногорск полиция бүлеге начальнигы Антон Немакин.

Данил Мәҡсүтов ноябрь айында ғына һөйгәне Ольга менән никахын теркәй, туй үткәреп, матур ғаилә ҡора. Йәш кәләшен, ата-әсәһен борсомаҫ өсөн, тәүҙә уларға артыҡ хәбәр һөйләп бармай. “Аҙаҡ дауаханаға эләккәс, әйтмәй ни хәл итһең…” – ти ул.

Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһе буйынса Эске эштәр министрлығы начальнигы Михаил Давыдов 25 йәшлек егеттең хеҙмәтен дауам итеү теләге менән яныуын хуплай. Ә уның был батырлығы дәүләт наградаһына – орденға лайыҡ, документтар әҙер, тип белдерҙе.

        Оло йөрәкле, фиҙәҡәр егеткә артабанғы эшендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, Данил!

 

Марат Сарбаев, Фәимә Аҡдәүләтова, Ырымбур ҡалаһы.

 

“Кешеләрҙе ҡотҡарырға кәрәк ине…”

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы