Германияла йәшәгән яҡташыбыҙ, журналист, режиссер Нәсүр ЙӨРӨШБАЕВтың исеме гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш. Уның Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Берлин эргәһендәге мосолмандар лагерында булған әсирҙәрҙең пластинкаларға яҙҙырылған тауыштарын табыуы хаҡында ла, Германияла ерләнгән һалдаттарҙың ҡәберҙәрен эҙләүе тураһында ла, кинолар төшөрөүе тураһында ла яҙғайныҡ инде. Үҙ милләтенең тоғро улы булыуы менән генә түгел, ана шундай бөйөк эштәре менән дә ситтәр араһында дан-шөһрәт ҡаҙанған шәхестең сираттағы тапҡыр республикабыҙға ҡайтыуын ишеткәс, “Тағы ниндәй эштәр менән янып йөрөйһөгөҙ?” тип мөрәжәғәт итмәй булдыра алманыҡ.