20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Январь 2016    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Зыялылар майҙаны. Эшлеклелек биҙәй йәштәрҙе лә
Зыялылар майҙаны. Эшлеклелек биҙәй йәштәрҙе лә

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

 

Азат БАҘРАНОВ, “Мәскәү һәм Санкт-Петербург студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы” ойошмаһы етәксеһе:

- IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреүгә әҙерлек мәлендә беҙ ҡайһы бер шәхестәр, йыйынды ойоштороу кимәле тураһында интернет селтәрендә бик күп негатив мәғлүмәттәр уҡыныҡ. Ҡайһы бер йәштәр, был йыйында беҙҙе ҡатнаштырмайҙар, тип тауыш күтәрҙе, үпкәләрен белдерҙе. Ҡатнаштырмайҙар икән, йәштәр өсөн башҡа төрлө йыйындар ҙа етерлек тә баһа. Төрлө форумдарҙа, стажировкаларҙа, фекер алышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ойошторолған сараларҙа ҡатнашырға була. “Таврида” бөтә Рәсәй йәштәр форумы, “Территория смыслов на Клязьме”, “Селигер” кеүек йәштәр йыйындары бихисап һәм уларға үҙаллы ғариза яҙып та, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы аша ла барырға мөмкин. Йәш кеше өсөн бындай саралар Ҡоролтай йыйындарында ҡатнашыуға ҡарағанда файҙалыраҡ та әле.

Бының менән мин һис кенә лә Бөтөн донъя башҡортттары ҡоролтайының әһәмиәтен кәметергә теләмәйем, уның да бик файҙалы һәм фәһемле, милләттәштәр өсөн кәрәкле булыуын таныйым. Ләкин йәштәргә шәхес булараҡ үҫергә, замандан артта ҡалмаҫ һәм үҙ ниәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн конкурентлы мөхиттә эшләргә кәрәк. Үҙ-ара ғына ярышырға түгел, бүтән милләт йәштәре менән аралашыу һәм фәһем алыу бик мөһим. Хатта, беҙҙең йәштәребеҙҙә эшлеклелек сифаттары үҫешмәгән, тип тә әйтергә мөмкин. Сөнки сәғәт ун икелә осрашырға һөйләшеп, сәғәт икегә тиклем көттөрөп ҡуйыу, йәки нимәлер эшләп бирергә вәғәҙә итеп тә, һүҙендә тормау миҫалдары менән йыш осрашырға тура килә.

Әлеге көндә Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында уҡыған башҡорт йәштәре алдына эшлеклелек сифаттары тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Улар төрлө форумдарҙа ҡатнашып, белемдәрен камиллаштырырға тырышып йөрөй. Йәштәр өсөн уҡыу, һәр яҡлап белемен камиллаштырыу, сит телдәрҙе өйрәнеү һәм тәжрибә туплауҙан да яҡшы нәмә юҡ. Был һәр кемдең ҡулынан килә торған эш, бары тик ултырған ереңдән тороп, ҡуҙғалып китергә генә кәрәк. Шуға күрә, ҡайһы бер студенттарҙы, тегендә бар, бында ҡатнаш, тип, мәжбүри рәүештә эшләтергә лә тура килә. Һуңынан ул үҙе әүҙемләшеп китә, төрлө сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша, һәр нәмәне ваҡытында үтәргә тырыша башлай. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәй, мөмкин булмаҫтай күренгән эште лә башлап ебәреү генә фарыз. Шуға күрә, йәштәргә киләсәккә үҫеш юлын күҙҙалларға ярҙам иткән йыйындарҙан тыш, реаль эштәр талап иткән сараларҙа ҡатнашыу ҙа мөһим. Мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортонда уҡып сығып ҡына туҡтап ҡалмаҫҡа, ә ғүмер буйы уҡырға, үҙең өсөн яңы асыштар яһарға һәм ғәмәлдә шуны ҡулланырға тейеш беҙҙең йәштәр. Сөнки милләттең киләсәге йыйындарҙа түгел, ә һәр кешенең көндәлек хеҙмәте, атҡарған эше аша хәл ителә.

 

Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.

(“Киске Өфө” гәзитенән).

 

Зыялылар майҙаны. Эшлеклелек биҙәй йәштәрҙе лә

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы