Хәҙер интернет заманында башҡорттар тарихы буйынса донъя селтәренән бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табырға мөмкин. Мәҫәлән, интернетта “башкиры”, тип яҙһаң был атама менән бәйле бихисап мәғлүмәт килеп сыға. Улар араһынан башҡорттарға ҡағылышлы бик тә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табырға була. Революцияға тиклем башҡорттарҙы “башкирцы”, тип атағандар. Ошо атаманы яҙыуым булды, Мордовия республикаһының Теньгушевский (быныһы ла төрки атамаһы күрәһең) районында Башкирцы ауыл барлығын асыҡланым. Ауыл тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелгән: “Башкирцы село – населенный пункт в России, Теньгушевский район, Мордовия, Приволжский федеральный округ, Россия. Русское село. Теньгушевский сельсовет Теньгушевского района. 77 домовладений, 188 жителей (2008).