20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Январь 2016    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Башҡорт исемле ауылдар бөтә Рәсәй буйлап таралған.
Башҡорт исемле ауылдар бөтә Рәсәй буйлап таралған.

Хәҙер интернет заманында башҡорттар тарихы буйынса донъя селтәренән бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табырға мөмкин. Мәҫәлән, интернетта “башкиры”, тип яҙһаң был атама менән бәйле бихисап мәғлүмәт килеп сыға. Улар араһынан башҡорттарға ҡағылышлы бик тә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табырға була. Революцияға тиклем башҡорттарҙы “башкирцы”, тип атағандар. Ошо атаманы яҙыуым булды, Мордовия республикаһының Теньгушевский (быныһы ла төрки атамаһы күрәһең) районында Башкирцы ауыл барлығын асыҡланым. Ауыл тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелгән: “Башкирцы село – населенный пункт в России, Теньгушевский район, Мордовия, Приволжский федеральный округ, Россия. Русское село. Теньгушевский сельсовет Теньгушевского района. 77 домовладений, 188 жителей (2008).

Деревня Башкирцы появилась в начале XVII века как поместье Мансыревых. Первые жители были завезены из сельца Княжево Вознесенского района. Княжево было родовым имением татарских князей Мансыревых, по которым был назван один из станов в Кадомском уезде – Мансыревский”. Бөгөнгө урыҫ ауылының Башкирцы исемен йөрөтөүе бер ҙә ғәжәп түгел. Был ауылды башҡорттар нигеҙләгән булыуы ла ихтимал. Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, XIII быуатта монголдар менән киткән башҡорттарҙың (“Үҫәргәндәр” риүәйәтендә был хаҡта асыҡ бәйән ителә) һуңынан Ҡасим ханлығында төпләнеүе билдәле. Мәҫәлән, 1539 йылда Йәнекәй кенәзгә бирелгән грамотала: «...татар из тарханов и башкиры и можерянов, которые живут в Темникове, судить и ведать их по старине, по тому же, как наперед сего судил и ведал отец Тениш», – тиелә. Был төбәктә башҡорттарҙың булыуы тураһында башҡа ер-һыу атамалары ла һөйләй. Мәҫәлән, XVII быуат сығанаҡтарында Шацк өйәҙендә Башҡорт тауы телгә алынһа, хәҙер Сыуашстандың Алатырь районында Сура йылға буйында Башҡорт күле (ул озеро Башкирское, тип атала).

         Шуға күрә бөгөнгө Мордовиялағы Башкирцы ауылы башҡорт тарихының әле асылмаған биттәрен һаҡлай, тип уйлайым. Сер тигәндәй, башҡорт атамаһын йөрөткән ауылдар бер Мордовияла ғына түгел икән шул. Мәҫәлән, Башкирь исемен йөрөткән ауылдар бөгөнгө көндә Киров өлкәһенең Орловский районында һәм Кострома өлкәһенең Октябрьский районында бар икән. Бынан тыш, хәҙерге Орел өлкәһенең Шабликинский районында Башкирево ауылы урынлашҡан. Ул ауыл хатта революцияға тиклем сыҡҡан Брокгауз и Ефрондың энциклопедияһына ингән. Унда: Башкирово, село Орловской губернии, Карачев. у.; богатые рудн. пласты сферосидерита; мел; фосфориты”, – тип яҙылған.

Улай ғынамы ни, Интернет киңлектәрендә ҡаҙына торғас, XVIII быуаттың тәүге яртыһында Мәскәү янында Башкирцево ауылы булыуын асыҡланым. Был ауылға дәүләт эшмәкәре, сенатор Куракин А.Б. хужа булған: “...владел жребиями сельца Одинцово, деревнями Судаково, Башкирцево и Зиновкино...”, – тип яҙылған. Ә бына Мәскәүгә күрше Владимир өлкәһенең Кольчугино районында Башкирдово исемле йылға һәм уның янында Башкирдово ауылы урынлашҡан (түбәндәге картаны ҡарағыҙ).

Шулай уҡ Курск губернаһында Башкирев фамилияһын йөрөткән боронғо дворяндар нәҫеле йәшәгәнлеге хаҡында интернет мәғлүмәт табырға мөмкин. Унда: “Башкиревы, старинный дворянский род, происходящий от Осипа Исаевича Б., верстанного поместьем в 1644 году. В XVIII веке потомки его были записаны в однодворцы, но в 1841 году они были восстановлены в своем первобытном состоянии. Род записан в VI часть родословной книги Курской губернии”, – тиелә. Башкиревтар – христан динен ҡабул иткән башҡорт тархандары нәҫеле булыуы бәхәсһеҙ, тип уйлайым. Рәсәй тарихында был ғәҙәти күренеш булған. Мәҫәлән, Нуғай урҙаһы бейе Йосоптың улдары Ибраһим менән Ил урыҫ батшаһына хеҙмәткә алына, уның нәҫелдәренән күренекле Йосоповтар кенәздәр династияһы тарала.

Бына шулай, башҡорт тарихының әлеге көнгә асылып етмәгән биттәре күп әле. Уларҙы өйрәнеү көтөлмәгән асыштарға килтереүе лә мөмкин.

 

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы.

 

Башҡорт исемле ауылдар бөтә Рәсәй буйлап таралған.

 

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы