20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Январь 2016    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Башҡорттарҙа мәғдәнселек кәсебе

Башҡорт халҡы борон-борондан Уралдың төрлө мәғдән һәм алыҫташтарға бай булғанын белгән һәм Рәсәйгә ҡушылмаҫ борон уҡ, йәғни бында тәүге тау заводтары барлыҡҡа килгән тиклем үк мәғдәнселек әксебе менән әүҙем шөғөлләнгән. Башҡорттар Уралдың ҡайһы төбәгендә ниндәй мәғдән ятҡылығы барлығын яҡшы белгән һәм һәр яҡлап уларҙы файҙаланған.

Мәҫәлән, борон Яйыҡ буйындағы Әтәс тауы (хәҙер унда Магнитогорск ҡалаһы урынлашҡан) башҡорттарға килгән яуҙарҙы ҡайтарырға ярҙам иткән. Был тауҙа тимер мәғдәне ятҡылығы булған, тимер булған ерҙә магнит тәьҫире көслө була. Ошоно яҡшы белгән башҡорттар дошмандарға ҡаршы һуғышта бик оҫта файҙаланғандар. Яу килә ҡалһа, башҡорттар уларға ҡаршы дағаһыҙ аттар менән сыҡҡандар һәм сигенгән булып дошманды Әтәс тауына йәлеп иткәндәр. Башҡорттар еңелде, тип йән-фарман сабып килеп еткән дошман яуы тауға етеү менән хәлһеҙләнгән дә ҡуйған. Сөнки тауҙағы көслө магнит дошман аттарының тимер дағаларын ергә тартҡан. Уларға һуғышырға мөмкинселек бирмәгән. Ошо мәлдә инде дағаһыҙ аттарҙағы башҡорттар дошман яуын еңел генә ҡыйратыр булған.

Әйткәндәй, борон ата-бабаларыбыҙҙың мәғдән ятҡылыҡтарын яҡшы белеүҙәре тураһында топонимик атамалар ҙа асыҡ һөйләй. Баҡырлы тауы, Батыртау, Баҡырүҙәк, Баҡырҡаҙыған һ.б. башҡорттарҙың баҡыр мәғдәнен сығарыуы, иретеүе тураһында һөйләһә, Тимерарҡа, Тимерҡая, Тимертау атамалары тимерҙе лә күптән үҙләштергәндәре хаҡында бәйән итә.

Башҡорттар алтынды биҙәнеү әйбере рәүешендә үҙҙәре ҡулланмаһа ла, был ҡиммәтле металды улар бик күп сығарған. Алтын тауы, Алтынташ тауы, Алтынсай йылғаһы, Алтынтапҡан үҙәне тап ошо хаҡта һөйләй. Ата-бабаларыбыҙ алтын менән сауҙа иткән. XVII быуаттың икенсе яртыһында, хатта, башҡорттарҙың алтын, көмөш сығарыу менән шөғөлләнгән мәғдәнселек үҙәктәре булған. Уны ата-бабаларыбыҙ батша хөкүмәтенән йәшереп тотҡан. 1668 йылда Долматов монастыры монахы оло йәштәге бер башҡорт ҡатынынан Иртәш күлендәге (хәҙер ул Силәбе өлкәһенә ҡарай) башҡорттарҙың мәғдән иретеү ҡаласығы тураһында ишетеп ҡала. Монах ҡала хаҡында Мәскәүгә былай тип хәбәр итә: “в горе в вершине Уфы, Чадены и Яику реки... и домницы, и ямы в том месте есть..., а езде от Катайского острогу – 11 дней. Около той горы, речки названием Тасмы, устьями сошлись в Ай-реку, а длина той горы верст 7, поперек в версту, в вышину сажень на 200 и более. На ту гору проложены дороги великие. Теми дорогами ездят многие башкирцы, этот камень берут и плавят золото и серебро, ту руду они продают в Уфу русским людям по 13 рублей пуд. Есть и город каменный на берегу озера Иредяша в полднище пути, и башни великие и палаты каменные, башкирцы его скрывают, а так же некто служилый человек видел на острове Иртяш – озера этот город в саморостном камени. Вокруг него ров, а за тем городом сделаны домницы исстари, видны плавильная руда и шлак. В длину городище 100 сажень, а поперек 50 сажень” (1 ҡаҙна сажины – 2 метр 14 см).

Тимәк, башҡорттарҙың “таш ҡаласығының” оҙонлоғо 200 метр тирәһе, киңлеге 100 метр тирәһе булған. Бейек башнялары һәм йорттары ла таштан булған. Был урынды башҡорттар урыҫтарҙан йәшереп тотҡан. Батша хөкүмәте махсус экспедиция ойоштора, әммә башҡорттарҙың мәғдән иретеү ҡаласығын таба алмай ҡайта.

Башҡорттар борон-борондан нефтте лә яҡшы белгән һәм файҙаланған.Уны ата-бабаларыбыҙ ер майы тип атап йөрөткән. Сөнки нефть ҡайһы бер урындарҙа ергә сығып ятҡан. Майташ, Майғаҙы атамалары тап ошо нефть ятҡылыҡтары хаҡында һөйләй. Башҡорттар нефтте төрлө тән сирҙәре дауалағанда май рәүешендә ҡулланған. Ә инде нефтле һыу менән ауыҙ боҙолғанда, тамаҡ шешкәндә, тамаҡ сайҡатҡандар сайҡатҡандар. “Сию смолистую воду потребляют не токмо для полоскания и пития во время молочницы во рту и чирьев в горле, но и рачительно собирают нефть и употребляют оную во многих случаях как наружно средство”, тип – яҙып ҡалдырған академик А.С.Паллас (ул XVIII быуаттың 60-сы йылдарында академик экспедициялар мәлендә Башҡортостанда булып китә). Шулай уҡ башҡорттар ер майын арба тәгәрмәсен майлағандар, йәғни борон уҡ нефтте техник йәһәттән дә ҡулланғандар.

Батша хөкүмәте Академик экспедицияларҙы Уралдың ҡаҙылма байлыҡтарын өйрәнеү өсөн ойоштора. Артабан Башҡортостанда хөкүмәт күпләп тау заводтары төҙөй башлай. Тау заводтары эшенә башҡорттар ҙа әүҙем йәле ителә. Был йәһәттән Ғәйнә улысы башҡорттары (хәҙерге Пермь крайы) ҙур уңыш ҡаҙана. Улар үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендәге мәғдәнлектәрҙән заводтарға мәғдән ташыу менән кәсеп итә. 1773 йылда ғәйнә башҡорто мәғдәнсе Исмәғил Тасимов Рәсәйҙә тәүге тау ғилеме буйынса уҡыу йорто асыу инициативаһы менән сыға. Әбейбатша Екатерина II башҡорт мәғдәнсеһенең идеяһы хуплай һәм тау училищеһы асырға бойора. Исмәғил Тасимов дуҫтары менән училищеға ун йыл тирәһе финанс ярҙам күрәһтеп тора.

Минзәлә башҡорттары (хәҙерге Татарстандың Әлмәт районы), тархандар, аталы-уллы Надир Ураҙмәтов менән Йосоп Надиров 1754 йылда нефть эшкәртеүҙән алынған килемдең бер өлөшөн ҡаҙнаға түләргә һәм нефттән алынған кәрәсинде ирекле хаҡ менән Рәсәйҙә һатырға тигән шарт менән нефть заводы төҙөү өсөн хөкүмәттән рөхсәт ала. Әммә уларҙың ниәте тормошҡа ашмай ҡала, завод төҙөлөп бөтмәйенсә, 1757 йылда батша хөкүмәте Надир Ураҙмәтовтың нефть эшкәртеүгә хоҡуғын кире тартып ата. 1758 йылда Надир Ураҙмәтов донъя ҡуйыу сәбәпле нефть заводы төҙөү идеяһы бойомға ашмай тороп ҡала.

Бына шулай итеп, башҡорттар борон-борондан Уралдың ҡаҙылма байлыҡтарын яҡшы белгәндәр һәм элек-электән мәғдәнселек кәсебендә ҙур оҫталыҡҡа эйә булғандар. XVIII быуатта барлыҡҡа килгән Урал тау заводтары сәнәғәтенең үҫешенә башҡорт мәғдәнселәре ҙур өлөш индергән.

 

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы.

 

Башҡорттарҙа мәғдәнселек кәсебе

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы