2016 йылдың 20 февралендә башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, легендар комбриг, күренекле хәрби һәм дәүләт эшмәкәре Муса Лут улы Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тула.
Ошо айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты 26 ғинуар көнө республиканың Мәҙәниәт, Мәғариф министрлыҡтары вәкилдәре, Милли музейы, Хәрби дан музейы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Башҡортостан “Китап” нәшриәте етәкселәре һ.б. ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе.