Билдәле башҡорт спортсыһы, кикбоксинг буйынса донъя чемпионы Хәбир Сөләймәнов былтыр “БашГисХан” исемле китабын сығарғайны. Быйыл ошо китап нигеҙендә киносценарий яҙып, Голливудта фильм төшөрөргә тигән ниәт менән йөрөй. Спортсының маҡсаты фильм аша милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың образы сағылдырып, башҡорт халҡын донъяға танытыу.