Яңы йылдың тәүге көндәре Ырымбур далаларында ҡаты һыуыҡтар, көслө ел, күҙ асҡыһыҙ ҡар-бурандар ҡотороуы менән башланып китте. 3 ғинуар кисе Ырымбур-Орск трассаһының 207-се километрында 40-ҡа яҡын автомобиль, кешеләре менән бергә, ҡар тотҡонлоғона эләккәйне. 15 сәғәт дауамына һуҙылған ҡотҡарыу операцияһы һөҙөмтәһендә ғәҙәттән тыш хәл зонаһынан 84 кеше алып сығыла, шуларҙың ун дүрте дауаханаға эләгеп, әлеге көндә табиптар ҡарауында. 31 йәшлек Эдуард Зиннуров ошо фажиғәлә һәләк булды.
Ҡотҡарыусылар араһында Медногорск ҡалаһынан башҡорт егете, полиция өлкән сержанты Данил Мәҡсүтов була. Ул хәҙер Ырымбур ҡалаһының 4-се дауаханаһында. Беҙ уның менән дауахана палатаһында осраштыҡ.