1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда үҙҙәрен алдынғы, цивилизациялы халыҡ һынаған француздар мародерлыҡ менән шөғөлләнеүҙе бер ҙә яҙыҡ эш тип һанамаған. Хатта, христиандарҙың изге йорттары - сиркәүҙәрҙе лә ҡыйратып, булған алтын-көмөштәрен алып сығыу улар өсөн бер ни тормаған. Ә башҡорт яугирҙары киреһенсә, үҙҙәрен әҙәпле тотҡан, бигерәк тә, Алла йорто - сиркәү, ҡорамдарҙың әйберҙәрен үҙләштереүҙе ҙур гонаһ һанаған.