Башҡорттарҙың аҫабалыҡ тарихы (вотчинное право) тамыры менән меңәр йыл тәрәнлегенә китә. Уралда йәшәгән бер халыҡтың да башҡорттоҡо һымаҡ аҫаба хоҡуғы булмаған. Тәүтормош ваҡытынан алып башҡорттар Уралда ойошоп йәшәй башлай һәм бөгөнгәсә көн итә. Башҡа халыҡтар кеүек яҡшы тормош эҙләп күсенеп йөрөмәгән, сөнки ул төп мөлкәте тип үҙенең аҫаба ерен иҫәпләгән. Ере башҡортто ашатҡан, эсергән, һаҡлаған, кейендергән, балаларын үҫтергән, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға ярҙам иткән.